
Башҡортостандан үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир 180 көн хеҙмәт итһә, республика уға 200 мең һум түләй. Республика Башлығы М.Шайморатов, А. Доставалов һәм С. Юлаев исемендәге башҡорт батальондары хәрбиҙәренә социаль ярҙам саралары тураһында указға ҡул ҡуйған. Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
- Беренсе контрактҡа ҡул ҡуйғанда 200 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләү бар ине. Мәсьәләне өйрәнгәндән һуң ғәҙел ҡарар ҡабул иттек, ул барыһын да тигеҙләй. Әгәр ирекле батальон яугире алғы һыҙыҡта 180 көн хеҙмәт итһә, республика уға 200 мең түләй, тағы 180 көн хеҙмәт итһә, республика йәнә 200 мең бүлә. Указға ҡул ҡуйҙым. Хөкүмәттән был эште тиҙ арала ғәмәлгә ашырыуҙы һорайым, — тине Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.