Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2023, 10:16

Йылайыр районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Жуков миҙалы менән бүләкләнде

Йылайыр районының Бәрҙәш ауылынан Сергей Сергеев хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Жуков миҙалы менән наградланған. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Йылайыр районы башлығы Борис Мелкоедов хәбәр итте.

«Ошондай егеттәр — үҫеп килгән быуын өсөн өлгө, беҙҙең заман геройҙары. Ҡыйыулыҡ һәм фиҙаҡәрлек өсөн рәхмәт. Ныҡлы һаулыҡ һәм имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем», — тип билдәләне муниципалитет башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-01-17/urozhenets-zilairskogo-rayona-bashkirii-nagrazhden-medalyu-zhukova-3109074

Читайте нас: