15:06 (UTC+5), 18 Января 2023

Башҡортостанда йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар һаны 150-гә тиклем арттырыла

Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар һаны 150-гә тиклем арттырыла. Республика хөкүмәтенең сираттағы ултырышында премьер-министр Андрей Назаров ошо турала әйтте.

Дәүләт ярҙамының күләме — 690 мең һум. Шулай итеп, 2023 йылда ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеү өсөн 103,5 миллион һум йүнәлтелә.

Башҡортостанда уҡытыусылар өсөн гранттар 2019 йылдың июнендә раҫланған. Гранттарға ауыл ерендәге дөйөм белем биреү ойошмаларында ике йылдан ашыуыраҡ эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итергә мөмкин. Уларҙы конкурс барышында республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләй.

Премьер-министр шулай уҡ 2022 йылға йомғаҡ яһаны. Уның һүҙҙәренсә, «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә республиканың 4 белем биреү кластерына 400 миллион һум йәлеп ителгән, 121 оҫтахана ойошторолған, шуларҙың 12-һе - федераль проект сиктәрендә һәм 109 оҫтахана — WorldSkills чемпионаты мираҫы.

Республика Башлығының ҡушыуы буйынса 2023 йылда урта һөнәри белем биреү учреждениеларын үҫтереүгә аҡса бүлеүҙе дауам итербеҙ, тип билдәләне ул.

Республикала «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. 2022 йылда 2000 сертификат бирелгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-18/chislo-grantov-molodym-selskim-uchitelyam-v-bashkirii-vyrastet-do-150-3109837

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика