04:56 (UTC+5), 10 Ғинуар 2023

Республикала йәшәү минимумы һәм хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме артты

Фото: Ксения Калинина
Дарья Субботина

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 1 ғинуарҙан йәшәү минимумы, эшләмәгән пенсионерҙар өсөн страховка пенсиялары һәм хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арттырыла. 2022 йыл өсөн индексация ике этапта – 2022 йылдың 1 июненән 10% һәм 2023 йылдың 1 ғинуарынан уҙҙы, тип билдәләнә. Шулай итеп, 1 ғинуарҙан страховка пенсиялары тағы 4,8%, йәшәү минимумы – 3,3%, ә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 6,3% артты.

2023 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән граждандар өсөн ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 21 864 һум була.  

Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы – 12 650 һум, эшкә һәләтле халыҡҡа – 13 789 һум, пенсионерҙарға – 11 990 һум, балаларға – 12 271 һум.

Минималь эш хаҡы күләме 16 242 һумға етте. Башҡортостанда район коэффициенты (1,15) менән бергә МРОТ – 18678,3 һум, Межгорье ҡалаһында иһә юғары район коэффициенты (1,7) менән бергә иҫәпләгәндә 27 611,4 һум тәшкил итә.

2023-2025 йылдарға Башҡортостанда минималь эш хаҡы тураһында социаль партнерлыҡ яҡтары ҡул ҡуйған килешеүгә ярашлы, 2023 йылдың 1 ғинуарынан республиканың бюджеттан тыш өлкә хеҙмәткәрҙәренә – 19 743 һум, ә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә 18 678 һум күләмендә минималь эш хаҡы билдәләнә. Башҡортостанда бюджеттан тыш хеҙмәткәрҙәрҙең  минималь эш хаҡы – 12,3%, ә бюджет хеҙмәткәрҙәренеке 6,3% арта.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-10/v-bashkirii-dlya-rabotnikov-vnebyudzhetnoy-sfery-minimalnaya-zarplata-sostavlyaet-19-743-rublya-3098857

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика