Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
0
99.58
0
87.29
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2022, 10:49

Башҡортостандың почта бүлексәләре яңы йыл байрамдарында эш графигын үҙгәртә

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Башҡортостандың почта бүлексәләре яңы йыл байрамдарында эш графигын үҙгәртә, тип хәбәр иттеләр республиканың Федераль почта элемтәһе идаралығынан.

31 декабрҙә республикала почта бүлексәләре бер сәғәткә аҙыраҡ эшләй.

1, 2 һәм 7 ғинуарҙа барлыҡ бүлексәләр ял итә. Был көндәрҙә почтальондар хаттар, гәзит-журналдар таратмай. Пенсиялар һәм пособиелар Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостандағы бүлексәһе менән килешелгән график буйынса таратыла.

3, 4, 5, 6, 8 һәм 9 ғинуарҙа бөтә почта бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-28/pochtovye-otdeleniya-bashkirii-izmenyat-grafik-raboty-v-novogodnie-prazdniki-3088404

Читайте нас: