
Бөгөн 18 яңы ашығыс медицина ярҙамы автомобиле республиканың бер нисә ҡала һәм районына юлланды. Улар Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы линияһы буйынса федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә һатып алынған.
«Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ярҙамсы станцияларға 18 яңы ашығыс медицина ярҙамы автомобилен тапшырыу тантанаһын уҙғарабыҙ. Пандемия осоронда, 2020-2021 йылдарҙа, ниндәй ауырлыҡтар кисергәнебеҙҙе барыбыҙ ҙа хәтерләйбеҙ. Медицинаға иғтибарҙы кәметмәйбеҙ. Радий Фәрит улы һеҙгә рәхмәт, хөрмәт һүҙҙәрен еткереүемде, Яңы йыл алдынан ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәрен ысын күңелдән ҡотлауығыҙҙы һораны», – тине Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.
Автомобилдәр медицина ярҙамы күрһәтеү һәм сирлеләрҙе транспортировкалау өсөн кәрәкле бар ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һәр машинала дефибриллятор, электрокардиограф, портатив пульсоксиметр, үпкәне яһалма елләтеү өсөн аппарат, ҡанда глюкоза концентратын экспресс-үлсәгестәр бар.
Яңы ГАЗ һәм УАЗ машиналары Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенә, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Сибай ҡалаларындағы, Белорет, Бөрө һәм Дыуан райондарындағы станцияларға тапшырылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.