
Бөгөн, 14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы указына ярашлы 2019 йылдан билдәләнгән Башҡорт теле көнөндә, Радий Хәбиров Өфөлә башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскәләр һалды.
Башҡорт теле көнө Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә, шағир үҙенең ижадында халҡын аң-белемгә, яҡтылыҡҡа әйҙәй. Уның милли шиғриәткә һәм әҙәбиәткә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
«Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙе Башҡорт теле көнө менән ихлас ҡотлайым. Был байрам яңыраҡ, бер нисә йыл элек булдырылды. Был бик мөһим ваҡиға. Башҡорт теле – милләт теле, туған тел, халҡыбыҙҙың байлығы икәнлеген барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Шуға күрә беҙ уға ҙур иғтибар бүләбеҙ, бөгөн һәм башҡа көндәрҙә төрлө саралар үткәрәбеҙ. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау өсөн ул модала булырға, йәштәр башҡортса һөйләшергә, уны өйрәнергә тейеш.
Бөтәгеҙҙе лә был көн менән ҡотлайым! Бөгөн бөйөк Аҡмулланың тыуған көнө. Был бөйөк кешенең, минең ҡарашҡа, иң төп фекере – «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» тигән һүҙҙәре. Шуға күрә, дуҫтар, барығыҙҙы ла ҡотлайым һәм уңыштар теләйем!», - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе 2006 йылда булдырылған Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар тапшырҙы. Ул Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттарына йыл һайын тәғәйенләнә. Исемле стипендияға Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Сюзанна Аракелян, Айгүзәл Мортаева һәм Юлиә Бураҡова лайыҡ булды.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия күләме урта махсус уҡыу йорттарында - 600 һум, юғары уҡыу йорттарында 1200 һум тәшкил итә. Киләһе йылдан уның күләме 5000 һум була, тип билдәләне Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.