Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2022, 10:29

Республикала декабрҙең икенсе декадаһында һауа торошо норма яҡын була — Башгидромет

Әгәр декабрҙең беренсе декадаһы норманан 7-11 градусҡа һыуығыраҡ булһа, икенсе ун көнлөктә йылытыуы ихтимал.

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Уҙған ял көндәрендә, ниһайәт, республикала йылытты. 13-15 декабрҙә уртаса һауа температураһы — нормаға яҡын, республиканың көнбайышында иһә норманан 1-2 градусҡа юғарыраҡ була.

Һауа температураһы төндә -10, -17°, көндөҙ -5, -10°.

Республиканың көнсығышында һалҡыныраҡ була: төндә -20, -25°, көндөҙ -15°.

Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.

20 декабргә тиклем республикала уртаса һауа температураһының норманан 1-2° юғарыраҡ булыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-12/vtoraya-dekada-dekabrya-v-bashkirii-budet-blizhe-k-pogodnoy-norme-bashgidromet-3068090

Читайте нас: