Бөгөн Башҡортостанда 60 класс карантинға ябылған. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.
Министр грипп һәм киҫкен респиратор инфекцияларына бәйле эпидемиологик хәл ҡатмарлашҡан осраҡта мәктәптәр санитар ҡағиҙәләргә һәм нормаларға ярашлы эш итергә тейешлеген иҫкә төшөрҙө. 2694-се пунктҡа ярашлы, балаларҙың 20% һәм унан күберәге мәктәпкә килмәһә, белем биреү учреждениеһы етәксеһе уҡыу процесын туҡтатырға хоҡуҡлы.