

Съезда Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе һайланды. 2017 йылдан алып ойошмаға етәкселек иткән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһаринаны ошо вазифала ҡалдырырға тигән ҡарар ҡабул ителде.


Сара Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән асылды. Радий Хәбировтың сәләмләү хатын Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Алексей Дербеко уҡып ишеттерҙе:
«Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы 30 йылдан ашыу эшлекле, тәүәккәл, һәләтле, наҙлы һәм һиҙгер ҡатын-ҡыҙҙарҙы, хәстәрлекле әсәйҙәрҙе — ғаилә усағын, туған мәҙәниәтен, телен һәм йолаларын һаҡлаусыларҙы берләштерә. Йәмғиәтте туплауҙа, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа, быуындар күсәгилешлеген тәьмин итеүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың роле ҙур. Һеҙ «Бәндәбикә» хәйриә акцияһын, «Урал батыр байрамы», «Бәхетле никах» байрамдарын, «Өләсәйем әкиәттәре» конкурсын, халыҡ дауалаусыларының «Ер ҡото» этномәҙәни фестивален һәм башҡа шәп проекттар ойоштораһығыҙ. Бөгөн Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы Донбасс республикаларынан, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән ватандаштарына ярҙам итеү өсөн хәйриә һәм гуманитар акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Хәрбиҙәргә баһалап бөткөһөҙ әхлаҡи ярҙам күрһәтәләр, йылы кейемдәр тегәләр, посылкалар йыялар, яралы яугирҙәрҙе тәрбиәләйҙәр. Һеҙгә һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ, барлыҡ изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем!»
Шулай уҡ сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина, «Берҙәм Рәсәй-Башҡортостан» гәзите мөхәррире, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Елена Арямнова, Бөтә Рәсәй бүлексәһе рәйесе, Рәсәй ДОСААФ йәмәғәт-дәүләт ойошмаһының Иглин районындағы бүлексәһе рәйесе Айҙар Харасов тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Съезда республиканан, күрше төбәктәрҙән һәм башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, шулай уҡ Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Сочиҙан, Үзбәкстандан бөтәһе 200 делегат ҡатнашты.
Съезда делегаттарҙың иң ололарын — 90 йәшлек Ләлә Биишеваны һәм Азия Күсимованы ла ҡотлап үттеләр. Ойошманың әүҙем ағзалары почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.