
Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп менән сирләү осраҡтарының артыуына бәйле Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 7 декабрҙән поликлиникаларҙың эш ваҡытын оҙайтырға ҡарар итте. Хәҙер эш көндәрендә медицина учреждениеларында ауырыуҙарҙы киске сәғәт 9-ға тиклем ҡабул итәләр. Шулай итеп, табиптар бер сәғәткә оҙағыраҡ эшләй. Амбулатор медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге етәксеһе Альбина Танһыҡҡужина «Башинформ» агентлығында журналистар менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе.
Ял көндәрендә эшләү графигы ла үҙгәрҙе. Республикала йәшәүселәр шәмбе иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем табиптарға мөрәжәғәт итә ала. Йәкшәмбе көндө дежур белгестәр эшкә сыға, улар саҡырыу буйынса өйҙәргә бара.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.