13:59 (UTC+5), 07 Декабрь 2022

Башҡортостан Ҡоролтайы депутаты Булат Йомаҙилов үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юлланды

Фото: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте
Ләйсән Закирова

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Булат Йомаҙилов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға хәл иткән. Бөгөн, 7 декабрҙә, ул яҡташтары менән бергә хәрби әҙерлек үтеү урындарына юлланды. Уларҙы Өфөнөң Октябрь һәм Совет райондарындағы хәрби хеҙмәткә саҡырыу пункты алдынан оҙаттылар.

«Булат Ғүмәр улы йәй көнө үк алғы һыҙыҡҡа барырға йыйыныуы хаҡында әйткәйне, ләкин объектив шарттар уға быны иртәрәк эшләргә мөмкинлек бирмәне. Уның ҡарарын хөрмәт итәбеҙ һәм хуплайбыҙ. Был, һис шикһеҙ, ысын ир-егет, ысын илһөйәр ҡылығы»,  — тине төбәк парламенты рәйесе Константин Толкачев.

Был минең конституцион бурысым һәм йөрәгемдең ҡушыуы, тип аңлатты үҙенең ҡарарын халыҡ һайланыусыһы.

«Бөйөк Ватан һуғышында атайым үҙе теләп фронтҡа киткән. Мин дә бөгөн ситтә тороп ҡала алмайым. Был минең конституцион бурысым, Тыуған илемде, үҙ илемдең мәнфәғәттәрен яҡларға бурыслымын. Мин — запастағы офицер, өлкән лейтенант һәм алғы һыҙыҡта булырға тейешмен», — тип иҫәпләй Булат Йомаҙилов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-07/deputat-kurultaya-bulat-yumadilov-ushel-dobrovoltsem-v-zonu-provedeniya-svo-3060696

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика