Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2022, 10:13

Башҡортостанда алдағы өс көндә -32 градусҡа тиклем һыуыта

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 5 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -11, -16 градус була.

Шишәмбе, 6 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ төньяҡтан талғын. Термометр бағанаһы төндә -18, -23, урыны менән -26, -31 градусҡа тиклем төшә, көндөҙ -13, -18.

Шаршамбы, 7 декабрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -19, -24, урыны менән -27, -32, көндөҙ -13, -18.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-05/morozy-usilyatsya-v-bashkirii-v-blizhayshie-tri-dnya-poholodaet-do-32-gradusov-3057258

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: