13:39 (UTC+5), 05 Декабря 2022

Андрей Иванюта Белореттың махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың туғандарына ярҙам иткән «тимурсылар»ы менән таныштырҙы

Фото: Андрей Иванютаның телеграм-каналы
Галина Бахшиева

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта махсус хәрби операция яугирҙәренең туғандарына ярҙамлашҡан «тимурсылар» менән таныштырҙы.

«Аҙналы ауылында дүртенсе класс уҡыусылары махсус хәрби операцияға алынған егеттең әсәһенә ярҙам иткән. Һаулығы ҡаҡшағанға күрә, ул хужалыҡтағы ауыр эштәрҙе башҡара алмай. Балалар уҡытыусылары Линиза Лоҡманова менән ихатаны, ҡапҡа алдын көрәп ҡуйған», — тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында Андрей Иванюта.

Уның һүҙҙәренсә, әле ошо ауыл биләмәһендә мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә утын әҙерләйҙәр.

«Ҡыш көнө ауыл ерендә эш күп. Әзекәй йәштәре «Zамана йәштәре» төркөмөн ойошторған. Улар мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, утын яра, ҡар көрәй. Афариндан башҡа һүҙ юҡ, — тип яҙҙы Белорет районы башлығы. — Әзекәй ауыл советынан 16 ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бер ғаилә лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Биләмә башлығы Нажиә Вәлиеваға һәм ауыл халҡына рәхмәт».

https://www.bashinform.ru/news/svo/2022-12-05/andrey-ivanyuta-rasskazal-o-beloretskih-timurovtsah-pomogayuschih-rodnym-boytsov-svo-3057867

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика