

27 декабрҙә республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ойошторолған яңы йыл тамашаларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын ҡотлайҙар. Бөтәһе 7700 уҡыусыға бүләктәр тапшырыла. Уларҙы төбәк бюджеты иҫәбенә һатып алалар, тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина. Никахтары теркәлмәгән ғаиләләрҙе шәфҡәт күрһәтеүселәр иҫәбенә ҡотлайҙар.
«Хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр менән никахһыҙ, әммә уртаҡ балаһы булған йәки атайлыҡ асыҡланмаған ғаиләләр буйынса адреслы эш алып барабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бәләкәй һеңле-ҡустылары булған осраҡта ла. Документтар буйынса улар беҙҙең социаль ярҙамды алмай. Шул рәүешле беҙ яңы йыл байрамдарында уларға ярҙам итербеҙ», - тип билдәләне Таболина.
22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика шыршыһы була, унда махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған яугирҙәрҙең балалары саҡырыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.