

Рәсәй почтаһы Ҡыш бабайға хаттар өсөн яңы йыл почтаһы асты. Хатты 31 декабргә тиклем ебәрергә кәрәк.
Байрам өсөн махсус биҙәлгән яңы йыл почта йәшниктәрен үҙәк һәм ҙур почта бүлексәләрендә табырға була. Яңы йыл тылсымсыһына хатты икенсе почта йәшнигенә лә төшөрөргә мөмкин — улар почтаның һәр бүлексәһендә бар.
Хат төп тылсымсыға барып етһен конвертың тышына: «162390, Рәсәй, Вологда өлкәһе, Бөйөк Устюг ҡалаһы, «Ҡыш бабай йорто» тип яҙырға кәрәк.
Ҡыш бабайға хатты Бөйөк Устюг ҡалаһына ғына түгел, башҡорт Ҡыш бабайына, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙең яңы йыл тылсымсыһына ебәрергә мөмкин: Свердловск өлкәһендә — Урал Ҡыш бабайы, Ямалда — Ямал Ири, Удмуртияла — Тол Бабай, Сыуашстанда — Хел Мучи, Мари Иле — Йушто Кугыза, Яҡутстанда — Чысхаан, Карелияла — Паккайне, Татарстанда — Кыш Бабай, Бүрәтстанда — Сааган Убгэн.
Рәсәй почтаһыхәбәр итеүенсә, 2021 йылда Бөйөк Устюг ҡалаһына ғына 170 меңгә яҡын хат ебәрелгән, тағы ла бер нисә меңе — башҡа төбәктәргә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.