10:35 (UTC+5), 30 Ноябрь 2022

Башҡортостанда 1 декабрҙән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ арта

Фото: Ксения Калинина
Роман Якимчук

2022 йылдың 1 декабрендә илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар индексациялана. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 14 ноябрендәге 2053-сө ҡарарына ярашлы, республикабыҙҙа коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр уртаса 9% арта.

1 декабрҙән Башҡортостанда электр энергияһына хаҡ уртаса 9% күтәрелә, газға иһә 8,5%. Һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү, йылытыу, сүп-сар сығарыу хеҙмәттәре лә ҡиммәтләнә, ләкин 9% артырға тейеш түгел.

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең тарифтарҙы индексациялау ваҡытын 2023 йылдың 1 июленән 2022 йылдың 1 декабренә күсереү тураһында ҡарары илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың өҙлөкһөҙ эшен һәм инфраструктураһы үҫешен тәьмин итеү, халыҡҡа сифатлы коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү кәрәклеге менән аңлатыла.

Бынан һуң тарифтар 2024 йылдың 1 июленә тиклем индексацияланмай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-29/stalo-izvestno-kak-s-1-dekabrya-izmenyatsya-tarify-zhkh-v-bashkirii-3050731

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика