10:13 (UTC+5), 24 Ноябрь 2022

Силәбелә Башҡорт асыҡ КВН лигаһының күсмә семинарҙары үтте

Альмира Давлетбаева

Силәбенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә Башҡорт асыҡ КВН лигаһы ойошторған күсмә семинарҙар үтте. Башҡорт телендә балалар КВН уйындарын уҙғарыу буйынса күсмә оҫталыҡ дәрестәре башҡорт мәҙәниәтен һәм телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә, шулай уҡ уҡыусы балаларҙы КВН хәрәкәтенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

- Уҙған шәмбелә активистар Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районында семинар ойошторҙо. Ҡурған, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында һәм Ханты-Манси автономиялы округында бөтәһе 6 семинар үткәреү күҙаллана, — ти Башҡорт асыҡ КВН лигаһы идараһы рәйесе Урал Кәримов.

Семинарҙан һуң ҡатнашыусылар оҫталыҡ дәрестәре үтеү тураһында сертификат алаһәм уҡыуҙарын онлайн дауам итә. Был сараларҙа 60-тан ашыу бала ҡатнашты.

Күсмә оҫталыҡ дәрестәренән һуң Өфөлә башҡорт телендә Балалар КВН уйындары фестивале ойошторола, унда Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәренән командалар ҡатнаша.

Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Башҡорт асыҡ КВН лигаһының «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә бирелгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-23/v-chelyabinske-prohodyat-vyezdnye-seminary-bashkirskoy-otkrytoy-ligi-kvn-3043118

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика