Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
60.48
+0.09
62.88
+0.09
83.91
-1.43
-9 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 12:21

Өфө янындағы Миловка паркында 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамланды

Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Миловка паркындағы 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлөп бөттө. Бында «Миловка паркы»нан, «Йәштәр» биҫтәһенән һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙан балалар уҡыясаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

«Миловка паркындағы мәктәпте һалып бөттөк. Был объект ҡатмарлы булды. Уны иртәрәк асырға теләгәйнек, әммә проблемалар килеп тыуҙы, ваҡытын күсерҙек.

Мәктәп ҙур, иркен, 1225 урынға иҫәпләнгән. Бинала —  дүрт блок, урта һәм өлкән звено өсөн айырым корпустар. Үҙ ҡаҙанлығы һәм трансформатор подстанцияһы бар. Яҡшы йыһазландырылған кластар, мәктәптән тыш эш өсөн кабинеттар, кескәйҙәр өсөн уйын бүлмәләре. Өлкәнерәк балалар өсөн — лаборанттар бүлмәһе, китапхана, интерактив компьютер комплексы, малайҙар өсөн ағас эше оҫтаханаһы һәм ҡыҙҙар өсөн тегеү оҫтаханаһы», — тип яҙҙы ул «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә.

Мәктәптә спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған - ике ҙур спорт залы, душ, кейенеү бүлмәләре, саңғы һаҡлағыс, саф һауала физкультура менән шөғөлләнеү өсөн спорт зоналары — баскетбол, волейбол, бадминтон өсөн майҙансыҡтар һәм башҡалар, тип билдәләне төбәк етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-24/v-milovskom-parke-pod-ufoy-zakonchili-stroitelstvo-shkoly-1-225-mest-3043586

Читайте нас в