Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
60.48
+0.09
62.88
+0.09
83.91
-1.43
-9 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 10:46

Бөгөн республикала водителдәрҙе тикшерәләр

Владимир Севастьяновтың телеграм-каналы
Фото:Владимир Севастьяновтың телеграм-каналы

Бөгөн Башҡортостанда водителдәрҙе тикшерәләр, тип хәбәр итте республика буйынса ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында.

Севастьянов һүҙҙәренсә, рейдтар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

«Әлеге ваҡытта Иглин районында Һамар - Өфө - Силәбе автомобиль юлының 1506-сы саҡрымында, Ауырғазы районында Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 81-се саҡрымында, Өфө биләмәһендә Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 1-се саҡрымында, шулай уҡ Октябрь проспектында «Ҡала советы» йәмәғәт транспорты туҡталышы янында тикшереүҙәр бара. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренән тыш, унда Ространснадзор, федераль суд приставтары хеҙмәте, федераль һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша»,  — тине Владимир Севастьянов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-24/segodnya-v-bashkirii-prohodyat-massovye-proverki-voditeley-3043513

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас в