14:30 (UTC+5), 23 Ноября 2022

Ишембайҙа махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған Юлай Шәрәфетдинов һәм Артур Зәйнетдинов менән бәхилләштеләр

Фото: Олег Яровиков

Бөгөн Ишембайҙа махсус хәрби операция үткәрелгән биләмәлә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған контракт хеҙмәте рядовойҙары Юлай Шәрәфетдинов һәм Артур Зәйнетдинов менән бәхилләштеләр. Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, район хакимиәте, хәрби комиссариат вәкилдәре, яугирҙәрҙең туғандары, яҡындары һәм дуҫтары ҡатнашты.

«Хөрмәтле Раушания Рил ҡыҙы, туғандары һәм яҡындары, хөрмәтле яҡташтар. Егеттәребеҙҙе ерләгән көндәр бик ауыр. Юлай Тыуған илен яҡлап һәләк булды, бөгөн барыбыҙ ҙа уның һәм башҡа егеттәрҙең алдында башыбыҙҙы эйәбеҙ, уларға хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Әлбиттә, беҙ геройыбыҙҙы онотмаҫбыҙ. Район хакимиәтенән уның хәтерен мәңгеләштереү буйынса саралар күреүҙәрен һорайым. Тыныс йоҡла, Юлай. Тыуған илебеҙ өсөн башын һалған яугирҙәргә мәңгелек хәтер», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы яугирҙең әсәһенә Юлай Шәрәфетдиновтың үлгәндән һуң наградланған генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Юлай Шамил улы Шәрәфетдинов 1988 йылдың 14 декабрендә Ишембай районының Кинйәбулат ауылында тыуған. 2009 йылда Стәрлетамаҡтың 60-сы һөнәрселек лицейын тамамлаған. 2009-2010 йылдарҙа Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт иткән. Юлайҙың ата-әсәһе тағы ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.

Ишембай бөгөн контракт хеҙмәте рядовойы Артур Зәйнетдинов менән дә бәхилләште.

«Хөрмәтле Марсель Фәтих улы һәм Эльвира Ғәйнулла ҡыҙы, хөрмәтле Анна Олеговна, туғандары һәм яҡындары, яҡташтары. Бөгөн егеттәребеҙҙе һуңғы юлға оҙатабыҙ. Йөрәк әрней. Артур — Ватаныбыҙ һаҡсыһы, алғы һыҙыҡта һәләк булған яугир. Һеҙҙең улығыҙ һәм ирегеҙ тураһында онотмаҫбыҙ. Уның хәтерен мәңгеләштерербеҙ, район хакимиәтенән быны тиҙ арала эшләүҙәрен һорайым. Хөрмәтле Анна Олеговна, Данил һәм Матвей исемле улдарығыҙҙы аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итербеҙ, тип ышандырам. Тыныс йоҡла, Артур, һин хәрби бурысыңды намыҫлы һәм лайыҡлы үтәнең. Ауыр тупрағың еңел булһын», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы яугирҙең ата-әсәһенә хәрби бурысын үтәгәндә ҡаһарманлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Артур Зәйнетдиновтың үлгәндән һуң наградланған генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Зәйнетдинов Артур Марсель улы 1996 йылдың 24 авгусында Ишембайҙа тыуған. Стәрлетамаҡ технология колледжын уңышлы тамамлағас, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Һуңынан «Башкирэнерго»ла электромонтер булып эшләгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-23/v-ishimbae-prostilis-s-yulaem-sharafutdinovym-i-arturom-zaynetdinovym-pogibshimi-v-zone-svo-3042334 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика