10:11 (UTC+5), 23 Ноября 2022

Өфөлә туристар өсөн яңы урын асылды

Башҡортостандың баш ҡалаһында туристар өсөн яңы урын —  «Өфө үҙәгендә башҡорт тирмәһе» барлыҡҡа килде. Был турала социаль селтәрҙә республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.

Кейеҙ тирмә хәҙер үҙәк урамдарҙың береһендә, Ленин йорт-музейы һәм Өфө тарихы музейы янында тора, был килеүселәр өсөн бик уңайлы.

«Бала сағыма әйләнеп ҡайтҡандай булдым. Өләсәйҙәремдең йырҙарын, ҡумыҙ моңдарын ишеттем, таныш йыһаздарҙы (өлкән ҡыҙым үҫкән сәңгелдәк-бишек) күрҙем һәм йөрәккә йылылыҡ тулды, — тип яҙҙы министр.  — Ни өсөн тап тирмә? Минеңсә, был аңлашыла. Объект туристарҙа Башҡортостан менән иң сағыу ассоциациялар тыуҙыра. Йылылыҡ һәм ҡот символы. Көс биргән ҡеүәтле энергетикалы урын.

Ошондай сағыу, аутентик объекттар баш ҡалабыҙға күптән кәрәк. Башҡорт тирмәһен күрергә теләгән ҡунаҡтар бик күп. Был үҙенсәлекле экскурсия ғына түгел, ә Башҡортостандың тарихи һәм мәҙәни мираҫына, йолаларға ҡағылыу мөмкинлеге. Халҡыбыҙҙың күңелен аңлау һәм тойоу».

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-22/simvol-tepla-i-uyuta-v-ufe-otkrylas-novaya-turisticheskaya-lokatsiya-3041629

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика