05:51 (UTC+5), 23 Ноября 2022

Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетының 90 йыллығын билдәләнеләр

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

«Өфө-Арена»ла Башҡорт дәүләт медицина университетының 90 йыллығына арналған тантаналы сара уҙҙы. Ошо йылдар эсендә беҙҙең уҡыу йортонда 60 меңдән ашыу квалификациялы табип һәм провизор әҙерләнгән. Уларҙың күптәре хәҙер — билдәле белгестәр, ғалимдар, медицина һәм фәнни ойошмаларҙың етәкселәре.

«Беҙҙең көндәрҙә БДМУ үҙенең иң яҡшы традицияларын лайыҡлы дауам итә. Бөгөн ул заманса фәнни-белем биреү комплексына әүерелде, лайыҡлы рәүештә Рәсәйҙең иң яҡшы медицина вуздары иҫәбенә инә. Был беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн кадрҙар әҙерләгән төп урын. Университет юғары профессиональ кадрҙар әҙерләгән өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең вузды тамамлаусылар дауаханаларҙа, ашығыс ярҙам станцияларында, поликлиникаларҙа эшләй. Меңләгән табип һәм студент коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш мәктәбен тамамланы. Махсус хәрби операция башланғас, табиптарыбыҙ йәнә алғы һыҙыҡта. Табиптарҙың дүрт бригадаһы азат ителгән биләмәләрҙәге госпиталдәрҙә эшләп ҡайтты. Рәхмәт һеҙгә. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, яңынан-яңы үрҙәр һәм изгелектәр теләйем», — тине Радий Хәбиров, вуз коллективын һәм студенттарын юбилей менән ҡотлап.

Башҡортостан Башлығы БДМУ-ның иң яҡшы уҡытыусыларына Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов билдәләүенсә, бөгөн вузда 14 меңгә яҡын студент белем ала, шул иҫәптән 57 яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән. 18 ғилми мәктәп эшләй, биология, фармация, робототехника һәм башҡа тармаҡтар менән берләштерелгән тиҫтәләрсә ғилми йүнәлеш әҙерләнә.

Университет Евразия ғилми-белем биреү үҙәге сиктәрендә юғары технологиялы проекттарҙы, «Өҫтөнлөк-2030» программаһы грантын ғәмәлгә ашыра. Медицина техникаһы, генетика, репродуктив һаулыҡ, медицина реабилитацияһы буйынса берлектәге программалар эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-22/v-ufe-otmetili-90-letie-bashgosmeduniversiteta-3041439

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика