Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
61.07
+0.32
63.39
+0.09
83.32
+0.29
-15 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь , 15:22

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә БДМУ-ның төньяҡ кампусы студенттары өсөн дөйөм ятаҡ асылды

Бөгөн Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетының төньяҡ кампусы студенттары өсөн яңы ятаҡ асыу тантанаһы уҙҙы. Был сара юғары уҡыу йортоноң 90 йыллығына тура килтерелде.

Медицина университетының төньяҡ кампусы Репин урамында урынлашҡан элекке 5-се һөнәрселек училищеһында ойошторола. Биналар 1953 йылда төҙөлгән төп корпустан һәм уның эргәһендәге 1976 йылда һалынған корпустарҙан тора.

«Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса быйыл үҙенең юбилейын билдәләгән медицина университетының төньяҡ медицина кампусын тергеҙә башлау уңайынан ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Уҡыу йорто – илебеҙҙә алдынғыларҙың береһе. Вуз етәкселеге фәнде үҫтереүҙән, матди-техник базаны камиллаштырыуҙан тыш, студенттар хаҡында ла хәстәрлек күреүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Ҡәҙерле студенттар, яҡшы уҡығыҙ, бының өсөн бөтә шарттар булдырыла», – тине Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

«650 урынлыҡ ятаҡ – университеттың төньяҡ кампусының беренсе сираты, ә киләһе йылдың 1 сентябрендә беҙ баш ҡалабыҙҙың төньяҡ өлөшөндә медицина йүнәлеше буйынса белем биреүҙе тергеҙербеҙ. Беҙҙең колледж Черниковкала урынлашҡан дауалау учреждениелары өсөн яҡшы ярҙам булыр», – тип билдәләне БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Валентин Павлов.

Рәсәй Хөкүмәтенең һаулыҡ һаҡлау департаменты директоры урынбаҫары Артем Тарасенко билдәләүенсә, бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университеты өсөн генә түгел, Өфө студенттары өсөн дә әһәмиәтле көн.

«Әгәр театр элгестән башлана икән, университет дөйөм ятаҡтан башланмаһа ла, уның күңеле шунда йәшәй. Бөгөн БДМУ – илдең 13 меңгә яҡын студент белем алған алдынғы вуздарының береһе, сит ил студенттары күп. Уҡыу йорто һәм республика етәкселеге уның инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән күп эштәр башҡара. Юбилей айҡанлы был – студенттар өсөн ҙур бүләк», – тине Артем Тарасенко.

Ҡунаҡтар дөйөм ятаҡты ҡарағандан һуң, донъяның төрлө нөктәләрендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған 5-се һөнәри училищеның элекке сығарылыш уҡыусылары хөрмәтенә ҡуйылған обелискка сәскәләр һалды.

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас в