11:58 (UTC+5), 22 Ноября 2022

23 ноябрь ОТР каналында — Башҡортостан Республикаһы көнө

Фото: Олег Яровиков

23 ноябрь ОТР каналында Башҡортостан Республикаһы көнө тип иғлан ителде. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Башҡортостан — һоҡланғыс тәбиғәтле, данлы тарихлы, сағыу, күп төрлө мәҙәниәтле һәм көслө иҡтисадлы үҙенсәлекле төбәк. Үҙәк каналдарҙа республикала ойошторолған күләмле саралар тураһында репортаждар күрһәтәләр. Башҡортостан туристик, мәҙәни, ваҡиғалар киңлегендә нығыраҡ танылыу яулай бара.

Шаршамбы, 23 ноябрҙә, Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһында (ОТР) —Башҡортостан Республикаһы көнө. Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-нән ОТР телеканалы республикабыҙ — уның иҡтисады, тәбиғәт байлыҡтары, тарихы һәм мәҙәниәте, уңған халҡы менән таныштыра. Эфирҙа роликтар һәм документаль фильмдар, интервьюлар һәм яңылыҡтар күрһәтелә. Ҡыҙыҡлы булмаҡсы», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Республикабыҙ тураһындағы сюжеттарҙы бында ҡарарға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-22/23-noyabrya-na-kanale-otr-ob-yavlen-dnem-respubliki-bashkortostan-3040514

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика