Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2022, 12:59

Өфөлә республиканың иң яҡшы хеҙмәтсәндәре Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин республиканың иң яҡшы эшсәндәренә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Тантананы асып, ул республика етәксеһе Радий Хәбировтан йылы ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

«Бөгөн ошо залда республикабыҙҙың алтын фонды йыйылған. Бында төрлө һөнәр эйәләре: медицина хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, спортсылар, журналистар, төҙөүселәр, эшҡыуарҙар, сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, республикабыҙҙың һәләтле һәм намыҫлы хеҙмәткәрҙәре йыйылған. Беҙ бөгөн донъя тиҙ үҙгәргән, бер полярлы донъя тарҡалған, илебеҙ именлегенә ҡурҡыныс янаған осорҙа йәшәйбеҙ. Әлеге көндәрҙә яугирҙәребеҙ һуғыш яланында ҡаһарманлыҡ күрһәтә, ә беҙ һеҙҙең менән ышаныслы тыл булдырабыҙ», – тип билдәләне Максим Забелин.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөн ошо залға йыйылған һөнәр эйәләре ярҙамында республикабыҙ алға бара.

«Иҡтисад тотороҡло үҫешә, инвестициялар арта, яңы производстволар һәм яңы эш урындары барлыҡҡа килә, бөтә социаль йөкләмәләр үтәлә. Башҡортостан илебеҙҙең сәнәғәт, инвестиция, фәнни-техник һәм башҡа бик күп рейтингтарында алдынғы урындарҙы биләй. Беҙ донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәген, Волга буйы федераль округында иң ҙур университеттарҙың береһен булдырҙыҡ, күләмле инфраструктура проекттарын бойомға ашырабыҙ, йәғни төҙөйбөҙ, ижад итәбеҙ, үҫешәбеҙ. Был һеҙҙең – хеҙмәтегеҙ, талантығыҙ, белемегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек һәм һәр башланғысығыҙҙа уңыштар теләйем», - тине Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе.

Бүләкләнеүселәр араһында бөгөн төрлө һөнәр вәкилдәре бар ине. Өфөнөң 43-сө поликлиникаһының табип-инфекционисы Лиана Зиннәтуллина Пирогов орденына лайыҡ булды. Данлыҡлы ҡурайсы Азат Айытҡолов II  дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән билдәләнде. Рәссам Сергей Игнатенкоға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы» исеме бирелде. РСФСР-ҙың халыҡ артисы, легендар Нурия Ирсаева бөгөн Салауат Юлаев орденын алды.

Максим Забелин бүләкләнеүселәрҙең барыһын да тағы бер тапҡыр ҡотланы һәм уларға уңыштар теләне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-18/v-ufe-vruchili-gosudarstvennye-nagrady-rossii-i-respubliki-luchshim-truzhenikam-regiona-3035711

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: