14:28 (UTC+5), 08 Ноября 2022

Президент хакимиәте һәм Оборона министрлығы армияла ике йыл хеҙмәт итеү тураһында идеяны хупламаны

Фото: Олег Яровиков
Эдуард Ҡусҡарбәков

Армияла хеҙмәт итеү ваҡытын бер йылдан ике йылға тиклем оҙайтыу тураһында закон проекты Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелмәй, сөнки депутаттарҙың идеяһы Рәсәй Федерацияһы президенты хакимиәтендә һәм илдең Оборона министрлығында хуплау тапманы, тип хәбәр итә «Ведомости».

Һанға түгел, ә хәрбиҙәрҙе әҙерләү сифатына баҫым яһарға кәрәк, тип билдәләнә.

Федерация Советының конституция ҡануниәте буйынса комитеты етәксеһе Андрей Клишас һүҙҙәренсә, хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтыу Рәсәй армияһының һуғышҡа һәләтлелеген арттырмай.

Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты рәйесе Андрей Картаполов та шундай фекерҙә:

«Бөгөнгө көндә армияла ике йыл хеҙмәт итеүҙең кәрәге юҡ. Федерация Советында ла бындай идеялар бар икән, был уларҙың хоҡуғы. Беҙ ундай закон сығарыу башланғыстарын ҡарамайбыҙ һәм әлеге көндә ундай ихтыяж юҡ тип иҫәпләйбеҙ».

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-08/ideyu-o-dvuhgodichnoy-sluzhbe-v-armii-prezidentskaya-administratsiya-i-minoborony-ne-podderzhali-3020394

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика