13:55 (UTC+5), 08 Ноябрь 2022

Башҡортостанда биш реабилитация үҙәгенә тағы өсәү өҫтәлә — Радий Хәбиров

Азат Ғиззәтуллин

2024 йылдың 1 июненә Өфөнөң «Салют» балалар шифаханаһында үҫеш яғынан кәмселектәре булған балалар өсөн күп функциялы реабилитация-белем биреү үҙәге төҙөлөшө тамамлана. Бөгөн «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала әйтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект буйынса унда дауалау-һауыҡтырыу комплексы, 84 урынлыҡ стационар, бассейн була. Шулай уҡ белем биреү үҙәгенең 192 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы корпусы төҙөлә. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн башланғыс дөйөм, төп дөйөм, урта дөйөм һәм өҫтәмә белем биреүҙең яраҡлаштырылған төп һәм өҫтәмә программаларын тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, республиканың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Мәсәғүт ауылы поликлиникаһында реабилитация бүлеге төҙөлә. Сибайҙа ла ошондай үҙәк асыу пландары бар.

«Бөгөн мөһим инфраструктура булдырмайынса тороп, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә реабилитация үткәреп булмай, республикала бөтәһе биш реабилитация үҙәге бар», — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-08/k-pyati-reabilitatsionnym-tsentram-v-bashkirii-dobavyatsya-esche-tri-radiy-habirov-3020166

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика