

Хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандар Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларына, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәләренә ебәрелмәй, шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашмай. Был хаҡта Рәсәйҙең Хәрби көстәре Генштабының Баш ойоштороу-мобилизация идараһы етәксеһе генерал-полковник Евгений Бурдинский хәбәр итте.
«Хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәр Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәләрендәге хәрби частарға ебәрелмәй, шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашмай», — тип белдерҙе Бурдинский «Красная звезда» газетаһына биргән интервьюһында.
Ғәҙәттә көҙгө саҡырылыш кампанияһы 1 октябрҙән башлана, ләкин быйыл уны өлөшләтә мобилизация үткәреүгә бәйле1 ноябргә күсерҙеләр, тине Бурдинский. Уның һүҙҙәренсә, быйыл көҙ йәмғеһе120 мең кешене саҡырыу планлаштырыла, был иһә уҙған йылдарға ҡарағанда 7,5 меңгә аҙыраҡ.
«Хеҙмәт хеҙмәтен тултырған һалдаттарға килгәндә, улар октябрҙән тыуған яғына ҡайта башланы. 31 октябргә билдәле булған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 19,5 мең кеше Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡан», — диде Бурдинский.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.