«Киске Өфө» гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығына Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү тураһында һорау менән мөрәжәғәт итте. Уның һүҙҙәренсә, республика йәмәғәтселәре Башҡортостандың төп символдарының береһенең яҙмышы өсөн хафалана.
«Был минең өсөн үтә нескә, яуаплы мәсьәлә, — тине Радий Хәбиров. — Һәйкәлде, һис шикһеҙ, реконструкцияларға кәрәк. Йәмғиәттә был мәсьәлә бер нисә тапҡыр тикшерелде. Архивтан һәйкәлде төҙөү процесы хаҡында документтарҙың күсермәләрен һорап алдыҡ, сөнки ул бик ҡатмарлы проект. Әлеге ваҡытта подрядсы эҙләп таптыҡ, 2023 йылдың мартына һәйкәлде реконструкциялау проектын алырбыҙ тип ышанабыҙ».
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, бәлки, һәйкәлде алырға тура килер.
«Ул саҡта Өфөнөң 450 йыллығын һәйкәлһеҙ ҡаршы алырбыҙ тигән хәүеф бар. Беҙгә йәмәғәтселек менән берлектә баланс табырға кәрәк, был мөһимерәк. Әммә әлегә минең ҡулымда проект документтары юҡ, шуға күрә ваҡыт еткәс, ҡарарҙы бергәләп ҡабул итербеҙ», — тине республика етәксеһе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.