
Бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ошо көндәрҙә Өфөлә үткән сара - ишетеү һәләте боҙолғандар араһында “DeafSkills-2022” II һөнәри оҫталыҡ милли чемпионаты йомғаҡтары менән уртаҡлашты. Уның һүҙҙәре буйынса, Башҡортостан командаһы икенсе дөйөм команда урынына лайыҡ булған. Беҙҙекеләр бынан тыш 2 алтын, 5 көмөш һәм 3 бронза миҙал алған,
«Был бик мөһим. Мин чемпионатты асыуҙа ҡатнаштым, беҙ ул егет-ҡыҙҙар, федерация вәкилдәре менән аралаштыҡ. Был бик позитив кешеләр, ишетмәһәләр ҙә, проблемалары булһа ла, уларға ҡарап энергия алырға була», — тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров республиканың мәғариф министрына колледждарҙа махсуслашҡан төркөмдәр булдырырға ҡушып, бындай балалар урта һөнәри белем алһын тине.
«Иң тәүҙә беҙгә сурдотәржемәселәр һәм ишетеү һәләттәре сикләнгәндәргә махсус программалы 3-5 колледж кәрәк. Беҙгә улар эшләйәсәк һөнәрҙәрҙе иғтибарлап ҡарарға һәм улар буйынса уҡыу йорттарында сурдобелгестәр эшләүен тәьмин итеү бурысы тора», — тине Радий Хәбиров.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-24/na-nih-smotrish-i-zaryazhaeshsya-energiey-radiy-habirov-o-finale-chempionate-deafskills-v-ufe-3000981
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.