
Кисә, 23 октябрҙә, Өфө районының Шамонин ауылында С.Юлаев урамында янғында күп балалы Кадаевтарҙың өйө ҙур зыян күрҙе. «Башинформ»ға блогер Шәүрә Ғәббәсова хәбәр итеүенсә, янғындан зыян күргән ғаиләгә ярҙам йыйыу иғлан ителгән Ғаиләлә өс бала – 17 һәм 14 йәшлек малайҙар, ҡыҙҙарына өс йәш.
Алдан билдәле булыуынса, һыуытҡыс һәм туңдырғыс арыһндағы электр сымынан тоҡанған уттан аш-һыу бүлмәһе, мансардалы ҡыйыҡ, коридор янған, бер бүлмә генә имен ҡалған.
«Мөнирә Кадаеваны мин күптән беләм, ул да минең кеүек Хәйбулланан. Ул балалар баҡсаһында улымдың тәрбиәсеһе булды, башҡорт теленә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә өйрәтте. Хәҙер ул витаминдар заводында эшләй. Аш-һыуға оҫта, декретта булғанда ҡамыр ризыҡтары әҙерләргә маһир булған. Мөнирә ижади кеше, балаларға үткәргән байрамдарға һәр ваҡыт бәлештәр, бауырһаҡ бешерҙе, — тип һөйләне Шәүрә Ғәббәсова. — Иртәнсәк уларҙа булдым, ҡосаҡлашып илашып алдыҡ. Өс бала менән ҡышҡа ҡарай йортһоҙ ҡалдылар, был ҡот осҡос».
Ғаилә башлығы утлы афәт сыҡҡанда өйҙә булмаған, ул Себерҙә эшләй.
«Һигеҙенсе класс уҡыусыһы Морат аптырап ҡалмаған, паникаһыҙ ғына тәү сиратта һеңлеһен, әсәһен һәм өләсәһен тышҡа сығарған. Унан һуң документтарҙы һәм ҡайһы бер әйберҙәрҙе алған, — ти Шәүрә Ғәббәсова. - Әле уларға шамонинда ҡышты үткәрергә өй эҙләйбеҙ».
Ярҙам итергә теләүселәр өсөн телефон: 89378539135, эйәһе: “Мунира Шамсуновна”.
Автор:Ләйлә Аралбаева.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.