Хөкүмәттә үткән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция уҙған мәлдә артистар ҡатнашлығында ҙур байрамдар үткәрергә һәм уға аҡса исрафларға тыйҙы.
«Мин барығыҙҙы ла һорайым, алдағы ваҡытта концерт һәм күңел асыу саралары тураһында онотоғоҙ, быны үҙем тикшерәсәкмен. Алда Яңы йыл ҡаршылау тора, беҙ уны мотлаҡ үткәрәсәкбеҙ, ғаиләләр хәстәрлек, балалар байрам һәм бәхет тойорға тейеш», - тине Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ район-ҡала башлыҡтарына Яңы йыл иллюминацияһын яңыртыуҙы тыйҙы.
«Бер ниндәй ҙә яңы шыршы алмаясаҡһығыҙ, улар һеҙҙә бар. Шыршыһыҙ ҙа Яңы йылды яҡшы кәйефтә үткәрәсәкбеҙ. Тағын да ҡабатлайым, бер ниндәй ҙә артист кәрәкмәй – теләйһегеҙ икән гармун алығыҙ ҙа үҙегеҙ йырлағыҙ», - тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров белдереүенсә, бынан ары барлыҡ аҡса иҡтисадты үҫтереүгә, социаль сфераға, мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға йүнәлтелергә тейеш.
Төбәк етәксеһе үҙенең хакимиәт башлығы Максим Забелинға мобилизация үткән ир-егеттәрҙең балаларына айырыуса иғтибар бирелергә тейеш тине.
«Яңы йыл ул иң беренсе балалар байрамы булып тора. Барыбыҙ ҙа ҡосаҡлашайыҡ, Яңы йылды үткәрәйек, ә ҡалғаны – яҡшы ваҡыт еткәнсе көтөп торор», - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-17/radiy-habirov-zapretil-na-novyy-god-provodit-shumnye-prazdniki-i-gulyaniya-2991845
Автор:Азат Ғиззәтуллин
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.