Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
08:24 (UTC+5), 11 Октября 2022

Өфөлә легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды

Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, Башҡортостан Республикаһы көнөндә, Өфөнөң Совет майҙанында легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу тантанаһы уҙҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантана барышында бөгөн республикала – мөһим ваҡиға, Ватанды һаҡлап һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын хөрмәтләп иҫкә алыу көнө булыуын билдәләне.

«Ошо мөһабәт монумент менән беҙ халҡыбыҙ легендаһына, ғорурлығына, уның батырлығы символына – генерал Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа мөрәжәғәт итәбеҙ.

Дивизия командирына Рәсәй Геройы исемен биреп, тарихи ғәҙеллекте тергеҙгән ил Президенты Владимир Путинға ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл, Саур ҡәберлегендә тергеҙелгән Мемориаль комплекс, совет һалдатына Ржев мемориалы... Былар барыһы ла илдә тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса алып барылған ҙур эштең бер өлөшө.

Башҡортостан исеменән һәйкәлдең авторы, Рәсәйҙең арҙаҡлы скульпторы, башҡорт халҡының улы Салауат Александрович Щербаковҡа рәхмәтемде белдерәм. Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле Салауат Александрович! Һеҙ Ватанды һаҡлаусыларҙың бик күп быуындарының хәрби данын берләштергән Башҡортостан геройҙарының милли һәйкәлен төҙөнөгөҙ.

Һәйкәлдең нигеҙендә – комдив һәләк булған ерҙән алып ҡайтылған тупраҡ. Беҙ генерал Шайморатов иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған өсөн Донбасс халҡына рәхмәт әйтәбеҙ.

Ошонда килеп, мәңгелеккә йоҡоға талған геройҙар иҫтәлеге алдында баш эйербеҙ. Беҙ бер ҡасан да уларҙың батырлығын онотмаҫбыҙ. Бында балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә Ватан тарихы тураһында һөйләрбеҙ, уларҙы ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләрбеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итте.

Һәйкәл асыу тантанаһында шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйес Әбдрәшитов, Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин, Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский, Рәсәй Оборона министрлығының генераль инспекторы Валерий Баранов, Рәсәй художество академияһы академигы, архитектор Салауат Щербаков сығыш яһаны.

Легендар башҡорт геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса ҡуйылды.

https://www.bashinform.ru/news/republic_day/2022-10-11/ufy-torzhestvenno-otkryli-pamyatnik-legendarnomu-komdivu-geroyu-rossii-minigali-shaymuratovu-2985014

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика