Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.86
0
92.14
0
63.91
+1.07
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2022, 15:56

Алдағы көндәрҙә республикала ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Алдағы көндәрҙә синоптиктар Башҡортостанда ямғыр һәм епшек ҡар яуыуын фаразлай. Урыны менән ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы, -1, -6 градусҡаса һыуытып, ҡырау төшөүе ихтимал, тип иҫкәрттеләр республика халҡын Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Кесаҙна, 29 сентябрҙә, көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Ямғыр һәм епшек ҡар, ел көнсығыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә, айырым райондарҙа секундына 18 метрға етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, көндөҙ һауа +2, +7 градусҡаса йылына.

Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән боҙлауыҡ булыуы, урыны менән томан төшөүе ихтимал. Күреү мөмкинлеге  — 500-1000 метр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-28/v-blizhayshie-dni-v-bashkirii-progonoziruyutsya-osadki-v-vide-dozhdya-i-mokrogo-snega-2969244

Читайте нас: