Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
57.41
-1.04
55.41
-0.32
87.97
-0.52
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь , 15:53

Республика клиник дауаханаһының баш табибы Шамил Булатов үҙ вазифаһын ҡалдыра

«Берҙәм Рәсәй» партияһы сайты
Фото:«Берҙәм Рәсәй» партияһы сайты

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Шамил Булатов үҙ вазифаһын ҡалдыра, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

«Шамил Булатов үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙған. Бөгөн ул ошо вазифала һуңғы көн эшләй», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Шамил Булатов 2020 йылдың майындаРеспублика клиник дауаханаһының баш табибы итеп тәғәйенләнгәйне. Быға тиклем ул БДМУ клиникаһын (Өфөнөң элекке 6-сы ҡала клиник дауаханаһы) етәкләне.

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы — республиканың 600-ҙән ашыу урынға иҫәпләнгән ҙур дауаханаһы. Бында Башҡортостандың бөтә райондарынан килгән пациенттарҙы хеҙмәтләндерәләр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-23/v-bashkirii-glavvrach-rkb-imeni-kuvatova-pokidaet-svoy-post-2963415

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас в