12:57 (UTC+5), 23 Сентября 2022

Әбйәлил районында шағир һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәт-Хужаның хәтер көнө уҙғарыла

Ләйлә Аралбаева

23 сентябрҙә Әбйәлил районы Асҡар ауылы мәҙәниәт йортонда Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әсхәл Әхмәт-Хужаның иҫтәлегенә арналған сара үткәрелә. Программа башҡорт шағиры һәм тәржемәсеһенеңтыуыуына 80 йыл тулыуға (1942 - 2018) бағышлана.

Сараға Өфөнән, Сибайҙан, Әбйәлил, Белорет, Учалы, Бөрйән райондарынан, Силәбе өлкәһенән ҡунаҡтар саҡырылған. Хәтер кисәһендә китапханасылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, «Йәйғор» әҙәби берекмәһе ағзалары ла ҡатнаша. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Әсхәл Әхмәт-Хужа (Әсхәл Әхмәтҡужин) — Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. 30-ҙан ашыу шиғри йыйынтыҡ, шул иҫәптән балалар өсөн китаптар, тәржемәләр авторы. Шота Руставелиҙың, Рәсүл Ғамзатовтың, Давид Кугультиновтың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-09-23/a-abzelilovskom-rayone-proydet-den-pamyati-bashkirskogo-poeta-i-perevodchika-ashalya-ahmat-huzhi-2962459

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика