Башҡортостанда сентябрь аҙағында әбейҙәр сыуағы көҙгө һалҡындар менән алмашына. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, алдағы өс көндә йылы була. Йома, 23 сентябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +23, +28 градус.
Шәмбе, 24 сентябрҙә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ бер аҙ ямғыр. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +9, +14, таулы райондарҙа +2, +7, көндөҙ +22, +27 градус.
Йәкшәмбе, 25 сентябрҙә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә +9, +14, көндөҙ +16, +21 градус.
«Гисметео» хәбәр итеүенсә, киләһе аҙна көҙгөсә һалҡын, ямғырлы була. Дүшәмбе, 26 сентябрҙә, көндөң болотло булыуы һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә +3, +6, көндөҙ +11, +13 градус. Сентябрь аҙағында температура көндөҙ +8, +11, төндә иһә +3, +5 градусҡаса түбәнәйә.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-23/v-bashkirii-poholodaet-do-8-gradusov-2962301
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.