14:58 (UTC+5), 21 Сентября 2022

Радий Хәбиров һәм Роман Головченко Өфөнөң Еңеү паркында һуғыш геройҙары һәйкәленә сәскәләр һалды

Фото: Олег Яровиков

Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында Беларусь Республикаһы премьер-министры Роман Головченко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскәләр һалды. Тантанала Беларусь делегацияһы ағзалары ла ҡатнашты.

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғырағандан һуң тантанала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Еңеү паркы 1947 йылда Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы еңеү хөрмәтенә асылған. 1980 йылда һуғыш тамамланыуҙың 35 йыллығы уңайынан Матросов менән Ғөбәйҙуллинға һәйкәл ҡуйылғандан һуң Еңеү паркы тип йөрөтөлә башлай. Һуңынан хәрби техника,  машиналар, иҫтәлекле ҡоралдар урынлаштырылған. Артабан Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған башҡорт геройҙарының исемдәре яҙылған аллея барлыҡҡа килгән.

2000 йылда Өфө паркында Республика Хәрби Дан музейы эшләй башланы.

2010 йылдың 8 майында паркта Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов бюстарын асыу тантанаһы уҙҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-21/radiy-habirov-i-roman-golovchenko-vozlozhili-venki-k-pamyatniku-geroyam-voyny-v-ufimskom-parke-pobedy-2958950

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика