
Ирандың баш ҡалаһы Тегеранда башҡорт ҡоролтайы булдырылды. Урындағы йәмәғәт ойошмаһының маҡсаты — башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү.
Ошо мәсьәлә буйынса дөйөм йыйылыш уҙғарылып, милли ойошма булдырыу ҡарары бер тауыштан хупланды. Берләшмәнең рәйесе итеп Азат Дилмөхәмәтов һайланды. Ул йыйылыштағы сығышында урында башҡорттар ҡоролтайы төҙөүҙең ҙур әһәмиәтен билдәләне.
«Беҙ туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, халыҡ педагогикаһының иң яҡшы өлгөләрен һаҡларға һәм үҫтерергә, башҡорт ғаиләһе нигеҙҙәрен нығытырға, уның йәмғиәттәге, дәүләттәге социаль статусын күтәрергә бурыслыбыҙ. Бындай эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йәмәғәт берләшмәләренә ярҙам итеү мөһимлеге хаҡындағы саҡырыуын ҡабул итеү буласаҡ. Йәмғиәт менән дәүләттең берҙәм маҡсатта эшләүе илебеҙ үҫеше өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Беҙҙең башҡорттар ҡоролтайы, милләттәштәребеҙҙең ҙур теләге нигеҙендә төҙөлгән ойошма, уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерер тигән ышаныстамын», — тине Азат Юлай улы.
Йыйылышта урындағы башҡорт ҡоролтайының уставы ҡабул ителде. Шулай уҡ башҡарма комитет булдырылып, уның составы һайланды. Көн тәртибенә ярашлы, ойошманың Контроль-иҫәп комиссияһы ла төҙөлдө.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-21/v-irane-sozdali-bashkirskiy-kurultay-2958951
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.