
Бөгөн Иглин районы Майский ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Украина биләмәһендә махсус хәрби операция барышында һәләк булған Денис Фәтхетдиновтың ғаиләһенә барҙы. Яҡташыбыҙ күрһәткән батырлығы өсөн Шайморатов орденына лайыҡ булған.
Республика етәксеһе геройҙың ҡатыны Виктория Фәтхетдинова, ҡәйнәһе Светлана Бәширова, Станислав һәм Самир исемле ике улы менән аралашты. Радий Хәбиров сәй табынында ҡараусыһын юғалтҡан ғаиләне ниндәй проблемалар борсоуы хаҡында ҡыҙыҡһынды, республиканың тейешле ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.
«Артабан нисек йәшәү тураһында һөйләштек. Ғаилә башлығы һәләк булды, ике бәләкәй бала атайһыҙ ҡалды. Ярҙам итергә һөйләшеп килештек. Денистың ҡатынының ҡустыһы бар, 9-сы класта уҡып йөрөй, колледжға инергә уйлай. Ҡарарбыҙ, ярҙам ҡулы һуҙырбыҙ. Көнкүреш мәсьәләләрен тикшерҙек. Хужабикәнең үгәй атаһы ла хәрби хеҙмәттә, Харьков өлкәһендә һуғыша. Әйткәнемсә, тәү сиратта ошондай ғаиләләргә ныҡ булышлыҡ итәбеҙ. Бында биш һәм ике йәшлек шәп малайҙар үҫеп килә. Улар хаҡында хәстәрлек күрербеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, уҙған йәкшәмбелә Майский ауылында Денис Фәтхетдиновты һуңғы юлға оҙаттылар, унда Башҡортостан Башлығы ла ҡатнашты.
Денис Динар улы Фәтхетдинов 1994 йылдың 25 авгусында Иглин районы Көҙәй ҡасабаһында тыуған.
Туғыҙынсы класҡа тиклем Көҙәй урта мәктәбендә белем алған, унан Өфө автотранспорт колледжына автомеханик һөнәре буйынса уҡырға ингән.
Денис изгелекле, аралашыусан, эшһөйәр, тырыш егет булған. Спорт менән шөғөлләнгән, бокс буйынса 1-се өлкән разряды бар.
2014 йылдың майынан 2015 йылдың майына тиклем Рәсәй армияһында хеҙмәт иткән, аҙаҡ контракт төҙөгән. Сүриәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Быйыл йәй генерал Шайморатов исемендәге ирекле батальонға яҙылған.
Герой 2022 йылдың 11 сентябрендә Украина биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.