13:31 (UTC+5), 12 Сентябрь 2022

Башҡортостанда уҡыусылар һәм уларҙың остаздары өсөн республика Башлығы премияһына документтар ҡабул ителә

Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда Бөтөн Рәсәй йәки төбәк-ара олимпиадаларҙа еңеүсе йәки призер булған уҡыусылар республика Башлығы премияһына дәғүә итә ала. Уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға ла аҡсалата бүләк бирелергә тейеш.

Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, 16 сентябрҙә республикала 2021-2022 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы премияһына дәғүә итеүселәрҙән документтар ҡабул ителә башлай.

Уҡыусыларға һәм уларҙың остаздарына премиялар Радий Хәбировтың указы менән раҫланған. Бөтөн Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән педагогтарға — 100 мең, призерҙарға 60 мең һум түләнә.

Мәғариф министрлығы исемлегенә ингән олимпиада еңеүселәре һәм призерҙарына — 10 һәм 5 мең, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына 5 һәм 3 мең һум бирелә.

Документтарҙы 2022 йылдың 30 сентябренә тиклем түбәндәге адресҡа ебәрергә кәрәк: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, 450077, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 (305-се бүлмә). Документтар электрон төрҙә ҡабул ителмәй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-12/v-bashkirii-startuet-priem-dokumentov-na-premii-glavy-respubliki-dlya-shkolnikov-i-ih-nastavnikov-2944861

 

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика