Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.68
+0.01
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2022, 14:01

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡырау һәм томан төшөүе хаҡында иҫкәртә

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана.

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башҡортостанда урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, төндә аяҙытҡанда -2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +2, +7, аяҙытҡанда -2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшә, көндөҙ +9, +14 градус. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Өфөлә лә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +5, +7, көндөҙ +12, +14 градус була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-09/mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-zhiteley-respubliki-o-zamorozkah-i-tumane-2942368

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: