
Бөгөн, 8 сентябрҙә, Өфө табиптары Луганск Халыҡ Республикаһына юлланды. Улар Красный Луч ҡалаһында вахта менән эшләгән хеҙмәттәштәрен алмаштыра, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы һәм Республика балалар клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренән торған табиптар бригадаһында оториноларинголог, эндокринолог, офтальмолог, травматолог-ортопед, хирург, акушер-гинеколог, функциональ диагност һәм УЗИ-диагност, шулай уҡ урта медицина белемле белгестәр бар, тип белдерҙеләр ведомствола.
Командировка алдынан белгестәр менән хәүефһеҙлек техникаһы, эпидемик һәм шәхси хәүефһеҙлек буйынса инструктаж үткәрелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан табиптары эшләй. Әлеге ваҡытта ҡала поликлиникаһының балалар һәм өлкәндәр бүлексәһендә 14 табип ‒ ЛОР, окулист, хирург, невролог, гинеколог һәм ультратауыш тикшереүе табибы, кардиолог, эндокринолог, функциональ диагностика табибы ҡабул итә, шулай уҡ дүрт шәфҡәт туташы, күсмә медицина комплексы водителдәре бар, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Алдағы йомала уҡ республика медиктарының сираттағы бригадаһы үҙ эшенә һәм Башҡортостан етәкселеге ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә тотона. Тулыраҡ 10 сентябрҙә Луганск Халыҡ Республикаһына эш командировкаһына ебәрелгән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе материалында уҡығыҙ.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.