Киләһе йылда Өфөлә тағы ла 10 туристик мәғлүмәт үҙәге асыу, уларҙың бер өлөшө мобиль булыр тип күҙаллана. Башҡортостан Башлығының туриндустрия вәкилдәре менән осрашыуында Өфө мэры Ратмир Мәүлиев ошо хаҡта һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, бының өсөн Ростуризмдан федераль аҡса бүленә.
«Беҙ шулай уҡ туристар өсөн мәғлүмәт таҡталарына, 70 төрлө йәрминкә ҡорамалдарына 20 миллион һум алырға тейешбеҙ. Был беҙгә теләһә ниндәй ерҙә кәсепселәр йәрминкәһен ойошторорға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ этноауыл өсөн 8 тирмә һатып алабыҙ», — тине Ратмир Мәүлиев.
Республиканың туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев билдәләүенсә, Өфөлә экскурсия автобусы бик популяр, баш ҡаланың тарихи урындары буйлап йәйәү йөрөү ойошторолған.
Хәҙер республика туриндустрияһының туристарҙы йәлеп итеү өсөн мөмкинлектәре күп, бының өсөн улар яңы продукттар тәҡдим итә белергә тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Туркомпанияларҙың вәкилдәре «Башҡортостанда оҙон ғүмер» программаһын айырым билдәләне һәм республика етәксеһенә тармаҡҡа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Оло быуын вәкилдәре Башҡортостаныбыҙ менән таныша, күптәре хатта тәүге тапҡыр Өфөгә йәки Торатауға барып ҡайтты. Улар бик ҡәнәғәт», — тине туркомпаниялар етәкселәре.
Киләһе йылда «Башҡортостанда оҙон ғүмер» программаһы буйынса аҡса күләмен арттырыу планлаштырыла, был иһә өлкән йәштәге 20 мең яҡташыбыҙға республиканың гүзәллеген һәм күркәм урындарын күреп ҡайтырға мөмкинлек бирергә тейеш, тине Радий Хәбиров. Быйыл ошо программа буйынса квота 10 мең кеше тәшкил итә.
Ваҡиғалар туризмына күберәк иғтибар бүлергә һәм Стәрлетамаҡта «Сауҙагәр 2.0», «Бөрө алмаһы» кеүек ҡунаҡсыллыҡ фестивалдәрен, Бүздәк районында «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивален уҙғарырға кәрәк, тип иҫәпләй республика етәксеһе.
Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын этаплап үҫтереү хаҡында ла һөйләне, быйыл шиханға менеү өсөн эко-баҫҡыс төҙөлөп бөтә, тау итәгендә таш музейын ойоштороу күҙаллана.
Өфө тирәләй йылға круиздарын үҫтереү ҙә мөһим маҡсаттарҙың береһе булып тора.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.