09:47 (UTC+5), 30 Августа 2022

Ҡурған мәктәптәренә башҡорт кластары өсөн дәреслектәр һәм стендтар тапшырылды

Ләйлә Аралбаева

23-24 августа Башҡортостан делегацияһы — республиканың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Рөстәм Баянов, Мәғариф министрлығы белгесе Гөлсөм Дилмөхәмәтова Ҡурған өлкәһендә булды.

Сафакүл районы башлығы Ансар Әхмәтйәнов, Әлмән районы башлығы Алексей Снежко, Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ильяс Бәҙретдинов, райондарҙың хакимиәт вәкилдәре, йәмәғәтселәр менән эш осрашыуҙары ойошторолдо. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү, милли традицияларҙы һәм мәҙәниәтте һаҡлау буйынса саралар ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

Делегация урындағы белем биреү һәм йәмәғәт ойошмаларына уҡыу әсбаптары, биҙәү өсөн стендтар, милли кейемдәр тапшырҙы.

«Ҡурған өлкәһенең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре менән даими бәйләнештәбеҙ. Бында ун дүрт меңгә яҡын башҡорт бергә тупланып йәшәй, шуға күрә милли ҡиммәттәрҙе һәм телде һаҡлау буйынса башланғыстарҙы яҡлау көнүҙәк. 2023 йылда мәҙәни сара ойоштороу, шулай уҡ күренекле башҡорт зыялылары Ғәлимйән Тағандың һәм Шәриф Манатовтың хәтерен мәңгеләштереү мәсьәләһен төрлө яҡлап өйрәнергә һөйләшеп килештек», — тине Әлфир Байымов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-30/kurganskim-shkolam-vruchili-uchebniki-i-stendy-dlya-bashkirskih-klassov-2928077

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика