12:50 (UTC+5), 30 Август 2022

1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында өсөнсө «шайморатовсылар» класы асыла

Фото: Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының шәхси архивы
Ләйсән Закирова

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында яңы уҡыу йылына өсөнсө «шайморатовсылар» класы әҙер. 2020 йылда Өфөнөң тап ошо мәктәбендә беренсе махсуслаштырылған класс асылғайны. Быйыл уҡыусылар туғыҙынсыға күсә. Гимназия етәкселеге аныҡ фәндәргә баҫым яһарға хәл иткән. Алгебра һәм физика дәрестәре күберәк, робот техникаһы һәм техник инглиз теле сәғәттәре өҫтәлгән.

«Йәш шайморатовсыларҙың буш ваҡыты юҡ тиерлек. Ошо класты асҡанда, маҡсатыбыҙ кадеттарҙы ҡабатламау ине. Беҙ уларҙы илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың техник элитаһы иҫәбендә күрергә теләйбеҙ», – ти Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Азамат Шәмсетдинов.

Уҡытыусы фекеренсә, башҡорт дивизияһы командиры исемендәге класс республикабыҙ райондарынан килгән балаларға үҙ потенциалын асырға мөмкинлек бирә.

«Миңлеғәле Шайморатов төпкөлдән сыҡҡан, ныҡ белемле булған. Бер нисә тел белгән. Беҙҙә лә күпселек уҡыусылар – ауыл еренән. Генерал-майор уларға өлгө булып торһон ине: ҡайҙа тыуып үҫкәнең мөһим түгел, төпкөлдән булһаң да, ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ менән юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алаһың», – тип иҫәпләй Азамат Шәмсетдинов.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 1 сентябрҙән Башҡортостанда Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 78 класс асыла. Белорет лицей-интернатында һәм Сибай гимназия-интернатында махсус кластар ойошторолдо. Уҡыусыларҙы шайморатовсылар рәтенә бағышлау тантанаһы 11 октябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында уҙа.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-30/gotovyat-tehnicheskuyu-elitu-bashkirii-v-brgi-1-ukomplektovali-tretiy-shaymuratovskiy-klass-2927965

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика