14:51 (UTC+5), 29 Августа 2022

Башҡортостан Башлығы республикала янғындарға бәйле хәлде күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ҡушты: «Бер тапҡыр юл ҡуйһағыҙ — һүндереп булмаҫ»

Фото: Ксения Калинина
Дарья Субботина

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 29 августа Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә тейешле ведомстволарға һәм муниципалитет башлыҡтарына республикала глобаль янғындарға юл ҡуймаҫҡа ҡушты.

«Һеҙ яңылыҡтар ҡарайһығыҙ бит, ҡайһы бер төбәктәрҙә янғындар ҡотора. Бәләкәй генә усаҡтан башланған, ә аҙаҡтан уны һүндереү өсөн туғыҙ мең кеше йәле ителгән. Көндәр эҫе тора, үләндәр ҡоп-ҡоро. Мин хәлде контролгә алыуҙы һорайым. Хәҙер бөтә көстө шуға йүнәлтергә кәрәк, ордендар, миҙалдар, отпускылар аҙаҡ. Хәҙер сараһын күрегеҙ! Бер тапҡыр янғынға юл ҡуйһағыҙ — һүндереп булмаҫ, — тип белдерҙе төбәк етәксеһе. — Иҫемдә, Күгәрсен районында бер йорт янғайны, мин ул саҡта район башлығына ныҡ үпкәләнем, ныҡ итеп әрләнем. Әгәр бының менән алданыраҡ  шөғөлләнһәк, янғындарыҙ булдырмаҫҡа мөмкин. Был бик мөһим. Ҙур янғындарға юл ҡуймағыҙ, әгәр тынысланһаҡ, бәлә килерен көт тә тор».

Бынан алда «Башинформ» Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында дөйөм майҙаны 1,8 гектар тәшкил иткән ике урман янғынын һүндереүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне. Кисә Белорет районында 0,31 гектар майҙанда урман янғыны асыҡланған һәм тиҙ арала һүндерелгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-29/glava-bashkirii-poruchil-uderzhat-situatsiyu-s-pozharami-v-regione-odin-raz-upustite-ne-ostanovim-2926544

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика