15:16 (UTC+5), 26 Августа 2022

Республикала мәктәп директорҙарының тәрбиә биреү буйынса кәңәшселәре барлыҡҡа килә – Андрей Назаров

Фото: Андрей Назаров/vk.com
Альмира Давлетбаева

Республика мәктәптәрендә директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе тигән яңы вазифа булдырыла. Башҡортостан премьер-министры Сибайҙа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенән һуң социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта яҙып сыҡты. Рәсәй Мәғариф министрлығы яңы уҡыу йылынан «Иң мөһиме тураһында һөйләшеү» циклын башлай, тип билдәләне Андрей Назаров. Республикабыҙ ҙа был башланғысты хуплай.

«Уҡыусылар менән ошондай етди темаларға асыҡтан-асыҡ аралашырға, ихлас һөйләшергә кәрәк тип иҫәпләйбеҙ. Директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе вазифаһын индерәбеҙ. Ике меңгә яҡын кандидат бар. Республика Башлығы ошо эшкә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә ҡушты», — тине Назаров.

Башҡортостанда мәғариф системаһы яҡшы финансланған тармаҡтарҙың береһе, тип билдәләне премьер-министр. Быйыл ғына ҡаҙнала уның үҫтереү өсөн 94 миллиард һумға яҡын аҡса һалынған. 2026 йылға тиклем республикала 365-тән ашыу мәктәп ремонтланырға тейеш. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, киләһе уҡыу йылына 63 белем биреү учреждениеһы яңыртылған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-26/v-bashkirii-u-direktorov-shkol-poyavyatsya-sovetniki-po-vospitaniyu-andrey-nazarov-2923908

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика