15:32 (UTC+5), 23 Августа 2022

Хәҙер фельдшер һөнәрен 9-сы кластан һуң да алырға мөмкин

Азат Ғиззәтуллин

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ил президенты ҡушыуына ярашлы, медицина белгеслектәре буйынса урта һөнәри белем биреүҙең федераль дәүләт белем биреү стандарттарын яңыртты. Эш Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә алып барылды.

Үҙгәрештәр уҡыу ваҡытына һәм урта дөйөм белем алыуға ҡарата талаптарға ҡағылды. Әйтәйек, туғыҙынсы кластан һуң колледжға уҡырға ингәндәр хәҙер «Дауалау эше» белгеслеге сиктәрендә дүрт йыл эсендә фельдшер квалификацияһын үҙләштерергә мөмкин. Элек ун беренсе тамамлағандарҙың ғына ошондай мөмкинлеге бар ине.

Кайбер ФГОС-тар яңы дөйөм профессиональ дисциплиналар менән тулыландырылған. Мәҫәлән, «Лаборатория диагностикаһы» белгеслеге «Медицина генетикаһы нигеҙҙәре булған кеше генетикаһы»дисциплинаһын үҙләштерергә мөмкинлек бирә.

Бынан тыш, барлыҡ белем биреү программаларында заман ысынбарлығын иҫәпкә алып, медицина мәғлүмәт системаларын өйрәнеү һәм алған белемде, оҫталыҡты ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлеге ҡаралған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-23/professiyu-feldshera-teper-mozhno-budet-poluchit-i-posle-9-go-klassa-2919521

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика